3 март

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

3 март — григориан стиле буйынса йылдың 62-се (кәбисә йылында 63-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 303 көн ҡала.

март
Дш Шш Шр Кс Йм Шм Йк
      1 2 3 4
5 6 7 8 9 10 11
12 13 14 15 16 17 18
19 20 21 22 23 24 25
26 27 28 29 30 31  
2018 йыл

Christmas bell icon.png Байрамдар

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара байрамдар
  • Ер Бөтә донъя яҙыусылар көнө.
  • Ер Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт көнө.
Crystal locale.png Милли байрамдар
Social sciences.svg Һөнәри байрамдар

Hoplite helmet.svg Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1067 — Немига йылғаһы янындағы алыш менән бәйле йылъяҙмала тәүге тапҡыр Минск телгә алына.
  • 1575 — Моголдар императоры Бөйөк Әкбәр бенгалдарҙы Тукарои янындағы алышта ҡыйрата.
  • 1613 — Ун алты йәшлек Михаил Федорович Земство соборы тарафынан батша итеп һайлана һәм Романовтар динстияһына нигеҙ һала.
  • 1639 — Бостонда (АҠШ) нигеҙ һалынған колледжға меценат Джон Гарвард исемен ала.
  • 1776 — АҠШ-тың бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғышы: Нассауға рейд. Был ваҡиғанан АҠШ-тың диңгеҙ пехотаһы корпусы тарихы башлана.
  • 1799 — Федор Ушаков етәкселегендәге урыҫ флоты дүрт ай ҡамауҙа тотҡандан һуң һөжүм менән Корфу утрауын ала.
  • 1802Вена гәзитендә Бетховендың 12-се, 13-сө, 14-се сонаталары сығыу тураһында хәбәр ителә, аҙаҡҡыһы һуңынан «Ай сонатаһы» тип атала.
  • 1804Александр I крәҫтиәндәрҙе ерһеҙ һатыуҙы тыйған, уларға алпауыт рөхсәтенән тыш никахҡа инергә рөхсәт иткән һәм алпауыттарҙың крәҫтиәндәрҙе язаға тарттырыу хоҡуғын сикләгән ҡарары сыға.
  • 1813Британия Швецияға Наполеон менән берлеккә инмәгән өсөн түләй.
  • 1820 — АҠШ-та Миссури компромисы ҡабул ителә, уның буйынса Штаттарға ҡол биләүселек булған Миссуриҙы һәм ҡоллоҡ булмаған Мэнды алыу мөмкин була.
  • 1837 — АҠШ Техас Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон таный.
  • 1845Флорида АҠШ-тың 27-се штаты була.
  • 1861 — Александр II үҙенең манифесы менән Рәсәйҙә крепостной хоҡуҡты юҡҡа сығара.
  • 1863 — АҠШ конгресы Канзас штатынан барлыҡ индейҙарҙы көсләп резервацияға күсереү тураһында ҡарар ҡабул итә.
  • АҠШ Милли фәндәр академияһы нигеҙләнә.
  • 1864 — Александр II поляк крәҫтиәндәренә ер биреү тураһында тураһында ҡарар сығара, Польшала аграр реформа башлана.
  • 1865Колорадо йылғаһы буйында индейҙар өсөн резервация булдырыла.
  • 1866Киевта асыҡ китапхана булдырыла (хәҙер Украинаның Милли парламент китапханаһы).
  • 1875Парижда «Кармен» операһының премьераһы уңышһыҙлыҡ менән тамамлана.
  • Монреалдә «Виктория» һырғалағында шайбалы хоккей буйынса тәүге рәсми уйын үтә.
  • 1876Коканд ханлығы Фирғәнә өлкәһе исеме менән Рәсәйгә ҡушыла.
  • 1878 — Рәсәй һәм Төркиә араһында Сан-Стефан солох килешеүе төҙөлә. Ғосман империяһы составында Бөйөк Болгария кенәзлеге булдырыла, ул Рәсәйҙең йоғонтоһонда була.
  • 1905 — Николай II сиркәү реформаһын һәм башҡа үҙгәртеүҙәр үткәрергә, кәңәш биреү хоҡуғына эйә дума саҡыртырға вәғәҙә итә.
  • 1911 — Мургаб йылғаһында 2,2 млрд м³ күләмендә иң ҙур ишелеү һөҙөмтәһендә 567 м бейеклек тәбиғи быуа һәм Сарез күле барлыҡҡа килә.
  • 1913Вашингтонда АҠШ президенты инаугурацияһынан көн элгәре илдең бөтә граждандарына тигеҙ һайлау хоҡуғын талап иткән 5000 ҡатын-ҡыҙҙан торған демонстрация үтә.
  • 1917 — 3—4 мартта Киевта Украин халыҡ республикаһының Үҙәк радаһы ойошторола.
  • 1918Совет Рәсәйе хөкүмәте Германия, Австро-Венгрия, Ғосман империяһы һәм Болгария менән сепаратив солох килешеүе төҙөй.
  • «Знамя труда» гәзитендә Александр Блоктың «Ун ике» поэмаһы донъя күрә.
  • 1919Ванкуверҙан (Канада) Сиэтлға (АҠШ) тәүге халыҡ-ара авиапочта ебәрелә.
  • 1920Мәскәүҙә Матбуғат йорто асыла.
  • 1921 — Канада физиологы Фредерик Грант Бантинг һөнәрҙәштәре менән инсулин гормонын аса, был асыш өсөн 1923 йылда уға Нобель премияһы бирелә.
  • 1923Нью-Йоркта «Time» яңылыҡтар аҙналыҡ гәзите һатыуға сыға, һуңынан популяр журналға әүерелә.
  • Буласаҡ Моссовет исемендәге театр труппаһы рәсми рәүештә театр статусы ала.
  • 1924 — Төрөк милли ассамблеяһы Ғосман династияһын бөтөрә, хәлифлекте һәм башҡа дини хакимлыҡ органдарын яба һәм донъяуи уҡыу йорттары буйынса комиссариат булдыра.
  • Германия Төркиә менән дуҫлыҡ тураһында килешеү төҙөй.
  • 1931 — Фрэнсис Скотт Ки 1812 (4?) йылда яҙған «Йондоҙло-буйлы байраҡ» шиғыры АҠШ Конгресы тарафынан Америка гимнының тексы булараҡ ҡабул ителә.
  • 1933 — Потсдамда Гитлер Өсөнсө рейх барлыҡҡа килеүе хаҡында хәбәр итә.
  • 1937 — Фирҡәнең Үҙәк комитеты пленумында Сталин социализм нигеҙҙәре нығынған һайын синфи көрәш киҫкенләшә тигән теоретик тезисты нигеҙләй.
  • 1942Япон авиацияһы Австралияның Брум ҡалаһына һөжүм яһай.
  • 1944 — СССР Юғары Советы Президиумының I һәм II дәрәжә Ушаков ордены, I һәм II дәрәжә Нахимов ордены, Нахимов һәм Ушаков миҙалдары булдырыу хаҡында ҡарары.
  • Парижда сәхнәлә йырсы Ив Монтан тәүге тапҡыр сығыш яһай.
  • Америка президенты Франклин Рузвельт итальян флотының СССР, АҠШ һәм Англия араһында тигеҙ бүленәсәген белдерә.
  • 1945Львов өлкә картина галереяһы асыла.
  • 1947 — Тергеҙелгән Днепр ГЭС-ының беренсе агрегаты эшләй башлай.
  • 1955Элвис Пресли тәүге тапҡыр телевидениела күренә.
  • 1961 — Троицк-Сергий лавраһының Троицк соборында буласаҡ патриарх Алексий II монахлыҡҡа сәс ҡырҡтыра.
  • 1963 — Нефтекамаға ҡала статусы бирелә.
  • 1965Бечуаналенд британ колонияһына үҙидара бирелә. Серетсе Кхама премьер-министр вазифаһын ала.
  • 1974 — Париж янында DC-10 самолеты һәләкәткә осрай, бөтә 346 кеше үлә.
  • 1980 — Йәҙрә материалын физик яҡлау тураһында халыҡ-ара конвенцияға ҡул ҡуйыла (1987 йылдың 1 ноябрендә үҙ көсөнә инә).
  • 1987 — Мәскәүҙә урыҫ телендәге «Бурда» журналының презентацияһы үтә.
  • 1991 — Референдумда Латвия халҡының 74 %-ы СССР-ҙан бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тауыш бирә, ә Эстонияның — 83 %.
  • 1992Тверь өлкәһенең Нелидово ҡалаһынан йыраҡ түгел Рига—Мәскәү тимер юлының «Юрмала» пассажир поезы һәләкәткә осрай, 43 кеше үлә, 108 йәрәхәт ала.
  • 1994 — Nirvana төркөмөнөң етәксеһе Курт Кобейн «Валиум» (диазепам) дарыуын шампан шарабы менән эсеп комаға төшә.
  • Украина һәм АҠШ дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуя.
  • 1995Арал диңгеҙен ҡотҡарыу халыҡ-ара берлеге ойошторола.
  • 1997 — Rambler’s Top100 рейтинг системаһы эшләй башлай.
  • 1998 — АҠШ Конгресында «Майкрософт» компанияһы башлығы Билл Гейтстан компьютер баҙарын монополизациялауҙа ғәйепләү буйынса һорау алына.
  • 2005 — Стив Фоссетт «Scaled Composites Virgin Atlantic GlobalFlyer» самолетында Ер тирәләй донъяла тәүге булып яңғыҙ туҡталышһыҙ авиаосош яһай.

Nuvola apps date.svg Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1907 — Владимир Иосифович Векслер, синхрофазотрон уйлап табыусы.

Cemetery template.svg Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1703 — Роберт Гук, инглиз физигы, химик, математик, астроном, биолог, уйлап табыусы һәм архитектор.

Oxygen480-actions-view-calendar.svg Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ай һәм көндәр
Ғинуар 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31


Ғинуар (Һыуығай) | Февраль (Шаҡай) | Март (Буранай) | Апрель (Алағарай) | Май (Һабанай) | Июнь (Һөтай)
Июль (Майай) | Август (Урағай) | Сентябрь (Һарысай) | Октябрь (Ҡарасай) | Ноябрь (Ҡырпағай) | Декабрь (Аҡъюлай)