Ҡалып:Ағымдағы һайланған мәҡәлә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Moscow July 2011-10a.jpg

Батша пушка  — Урыҫ Батшалығының артиллерия орудиеһы, Яңы осор рус тимер ҡойоу сәнғәте ҡомартҡыһы. Үҙ заманының ауыр ҡәлғә артиллерияһы шедевры, Рәсәй империяһы ҡорал эшләүселәренең һоҡланғыс хеҙмәт емеше, донъяла иң ҙур пушкаларҙың береһе.

Пушка үҙе 1586 йылда ҡойола, ә йәҙрә һәм декоратив лафеты — 1859 йылда. Тәүҙә ул Лобное Местола ҡуйыла, ә XVIII быуат башында Арсенал ихатаһына күсерелә. XIX быуаттың 30-сы йылдарында башҡа пушкалар менән бергә музей экспонаты сифатында Ҡорал музейы алдына ҡуйыла. Әлеге ваҡытта XVI—XIX быуат артиллерия орудиелары музейы экспонаты.

XIV быуатта ырғытыу сараһы булараҡ дары уйлап сығарыу артиллерияны төп утлы атыу ҡоралы итеп ҡулланыу дәүере башланыуға алып килә. Боронғо бик ябай ырғытыу ҡоралдарына алмашҡа пушкалар килә, әммә сәнәғәттең һәм техниканың үҫеш кимәле түбән булғас, пушкалар ҙа камиллыҡтан алыҫ тора. Башта уларҙың көбәген — тимерҙән, ә дарыһын тупраҡ төҫөндәге паста консистенциялы йә йомшаҡ итеп яһағандар. Пушкаға уны ҡаҙна өлөшөнән ҡорғандар. Зарядлы патрон тотҡалы һауыт рәүешендә булған. Атыу өсөн патронлы зарядты пушканың көбәгенә махсус шыналар менән беркетеп ҡуйғандар. Пушкаларҙан залп биргән саҡта йыш ҡына был патрондар шартлаған һәм ярсыҡтары менән пушка янындағы кешеләрҙе яралаған. ↪ дауамы…