Ҡалып:Ағымдағы яҡшы мәҡәлә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Cançons per la mainada, Guimerà-Mas Serracant.jpg

Катала́н теле йәиһә вале́нсия теле  — роман төркөмөнә ингән тел. Андорра Кенәзлегенең рәсми теле, шулай уҡ Испаниялағы бер нисә автономиялы берлектә (Каталонияла, Балеар утрауҙарында, Валенсияла) испан теле менән бер рәттән, Италиялағы Сардиния утрауында урынлашҡан Альгеро ҡалаһында итальян теле менән бер рәттән рәсми тел булып тора. Шулай уҡ Испаниялағы Арагон һәм Мурси́а автономиялы берлектәрендә һәм Франциялағы Руссильон (Roussillon, шулай уҡ Төньяҡ Каталония) тарихи өлкәһендә (йәғни хәҙерге Pyrénées-Orientales департаментында) киң ҡулланыла. Каталан теле IX быуатта Реконкиста ағымы осоронда үҙаллы тел булып формалашҡан, тип иҫәпләнә. Ошо ваҡытта каталан теленең беренсе тарихи ҡомартҡылары барлыҡҡа килә. Тел Пиреней ярымутрауында ябайлаштырылған халыҡ-латин теле нигеҙендә барлыҡҡа килә. Урта быуаттың аҙағында каталан теле әҙәби тел статусын ала һәм бик абруйлы була. XV быуатҡа тиклем шиғриәт өсөн окситан теле ҡулланылһа, каталан теле өсөн фәлсәфә һәм фән өлкәһе асыла.

1469 йылда, Фердинанд II Изабелла I менән никахлашҡас, каталон дворяндары испан теленә күсә башлай. Был каталан телен ҡулланыу даирәһен тарайта һәм беҙҙең көндәргә тиклем диглоссияға (ике теллелек формаһына) килтерә.

Испан мираҫы өсөн һуғышта каталондар Габсбург династияһы яғында һуғыша. Был XVIII быуатта, Бурбон династияһы хакимлыҡ иткән осорҙа, телгә ҡаршы репрессив сәйәсәткә сәбәпсе була.


↪ д а у а м ы…