Ҡалып:Ағымдағы мәҡәлә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Норвегия кёрлингсыһы

Кёрлинг (ингл. curling) — боҙ майҙансығында команда менән уйналыусы спорт уйыны. Ике командала ҡатнашыусылар сиратлап махсус гранит снарядтарҙы (таштарҙы) сәп («йорт») йүнәлешендә боҙҙан шыуҙырып бар көсөнә ташлай. Һәр командала дүрт уйынсы.

Кёрлинг XVI быуат башында Шотландияла барлыҡҡа килә. Был спорт уйынының электән булыуын Данблейндағы ҡороған быуа төбөнән табылған кёрлинг спорт снаряды (ташы) раҫлай, уның өҫтөнә етештереү ваҡыты («1511 йыл») яҙылған. Кёрлинг тураһында тәүге тапҡыр Шотландияның Пейсль аббатлығының 1541 йыл менән билдәләнелгән урта быуат монастырь китаптарында иҫкә алына. Питер Брейгелдең туңған күл өҫтөндәге боҙҙа кёрлингҡа оҡшаш айсшток уйынын уйнаусы нидерланд крәҫтиәндәрен һүрәтләгән ике картинаһы ла шул осорға (1565 йыл) ҡарай. XVI быуатта Шотландия һәм Нидерланд араһында сауҙа һәм мәҙәни бәйләнештәр бик көслө булған, континенталь Европала кёрлингтың ғына түгел, ә гольфтың да киң таралыуы быға дәлил.

дауамы…