Рычков Пётр Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Пётр Иванович Рычков битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пётр Иванович Рычко́в
Petr Ivanovich Rychkov by Alexey Osipov.jpg
Тыуған көнө:

1 октябрь 1712({{padleft:1712|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Вологда

Вафат булыу көнө:

15 октябрь 1777({{padleft:1777|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (65 йәш)

Вафат булған урыны:

Екатеринбург, Ырымбур губернаһы

Гражданлығы:

Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы

Ғилми өлкәһе:

география, крайҙы өйрәнеү

Эшләгән урыны:

Ырымбур экспедицияһы

Билдәле уҡыусылары:

Иван Пётрович Рычков (улы)

Билдәләлек алған:

тарихсы, географ, иҡтисадсы

Рычков Пётр Иванович — Санкт-Петербург Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Көньяҡ Уралдың географияһы, иҡтисады, этнографияһы буйынса энциклопедик хеҙмәт һаналған «Ырымбур губернаһы топографияһы»ның авторы. Ул хәҙерге Өфө территорияһындағы боронғо ҡала, Башҡортостандың Шишмә районындағы кәшәнәләр тураһында бик күп риүәйәттәр йыя, Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында иң тәүге мәҡәлә уның тарафынан яҙыла.

Пётр Иванович Рычков башҡорттарҙы юҡҡа сығарыу тураһында күп мәғлүмәт ҡалдырған. Уның яҙмалары нигеҙендә Александр Сергеевич Пушкин «Капитан ҡыҙы» тарихи романын яҙа.

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пётр Иванович Рычков 1712 йылдын 1 октябрендә Архангелогород губернаһыныӊ Вологда ҡалаһында сауҙагәр ғәйләһендә тыуа. 1720 йылда ғәйлә Мәскәүғә күсә, Пётр сит телдәрҙе өйрәнә.

1730-1732 Ямбург (һәҙерге Ленинград өлкәһе Кингисепп ҡалаһы) һәм Жабин стеклозаводтарыныӊ идараһында эшләй.

1733—34 йылдарҙа Санкт-Петербург таможняһы тәржемәсеһе һәм бухгалтер ярҙамсыһы,

Ырымбур экспедицияһында (1734—1744) ҡатнашыусы.

1744—60 йылдарҙа Ырымбур губерна канцелярияһы хеҙмәткәре.

1751 йылдан Коллегия советнигы.

1759 йылда Фәндәр һәм художество академияһыныӊ мөхбир ағзаһы (С. Петербург) тип һайлана. рустар араһында беренсе Санкт-Петербург ФА ағза-корреспондент тип Пётр Иванович Рычков һанала.

1769 йылдан алып Баш Ырымбур тоҙ эштәре идараһы етәксеһе,

Ирекле иҡтисад йәмғиәте (1765) һәм Мәскәү унниверситеты эргәһендәге Ирекле Рәсәй йыйылышы ағзаһы.

1777 йылдан Себер һәм Ҡазан заводтарының Баш идараһы канцелярияһы начальнигы.

65 йәшендә, 1777 йылдын 15 октябрендә Екатеринбургта вафат була. Ырымбур губернаһыныҙ Спас ауылында ерләнгән (һәҙерге Татарстандыӊ Бөгөлмә районы) ерләнгән. Ошо ауылда урынлашҡан Рычков Пётр Иванович именияһынан Петер Симон Паллас үҙенен экспедицияларын эҙерләне.

Эштәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы, төбәкте колониялаштырыу, башҡорт ихтилалдары, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) тарихын, башҡорттарҙың шәжәрәләрен, хужалығын, көнкүрешен, ырыу-ҡәбилә ҡоролошон, төбәктең тәбиғәт ресурстарын өйрәнгән. 60 ҡа яҡын фәнни хеҙмәт яҙған.

  • "Ырымбур топографияһы, йәғни коллежский советник һәм император фәндәр академияһының мөхбире Петр Рычков яҙған Ырымбур губернаһын ентекле һүрәтләү"(1762)
  • “Лексикон йәки Ырымбур губернаһының топографик һүҙлеге” (“Лексикон или Словарь топографической Оренбургской губернии”; 1776, баҫылмаған)

Пётр Рычков Һөйәнтүҙ тураһында:

"Был ауылда меңләп кеше, ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаһы менән, атып, штык ҡаҙап үлтерелде, власҡа тоғро мишәрҙәр һәм башҡорттар (?) һөңгө менән үлтереп сыҡты. Бынан тыш 105 кеше аҙбарға ябылып, утта яндырылды. … Шул рәүешле Һөйәнтүҙ кешеләре ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағаһы менән — сабыйынан ҡартына тиклем — бер төн эсендә ут менән, ҡорал менән ҡырып бөтөрөлдә, ә йорттары янып көлгә ҡалды. "[1] .

Иҫтәлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2012 йыл Ырымбур өлкәһендә «Рычков йылы» тип үтте[2].
  • Cеверный районында уның йорто төҙөкләндерелде[3][4].
  • 2012 йылда"Оренбургская книга" нәшриәте менән 4 томлы «Жизнь и деятельность П. И. Рычкова» китап сыкарылды[5]
  • 2012 йылдын августа уның 300-йыллыҡ тыуыу билдәләп Ырымбур тимер юл вокзалы алдында һәйкәл ҡуйылды[6].
  • 2013 йылда уның иҫтәлегенә Ырымбур дәүләт университеты алдында икенсе һәйкәл ҡуйылды[7][8][9].
  • Ырымбурҙа Совет урамында, Валерий Чкалов һәйкәле янында ул йәшәғән йорто һаҡланған.[10].
Ырымбур. Рычков Пётр Иванович йорто.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Витевский. Неплюев и Оренбургский край. — Вып. II.
  • Пекарский. Сношения Петра Ивановича Рычкова с академией наук в XVIII столетии. — СПб., 1866.
  • Пекарский. Жизнь Петра Ивановича Рычкова и его литературная деятельность // Сборник статей, читанных во втором отделении академии наук. — 1869. — Т. II.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]