Пхёнчхан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Пхёнчхан
кор. 평창군
Герб
Герб
Ил

Корея Республикаһы

Статус

өйәҙ (кун)

Урынлашҡан урыны

Канвондо

Берләштерә

1 өйәҙ ҡала, 7 улус (мён)

Административ үҙәк

Пхёнчхан

Өйәҙ старостаһы

Сим Джэгук

Рәсми тел

корей теле

Ваҡыт бүлкәте

UTC+9

Телефон коды

+82 33

Почта индексы

232700-232956

Пхёнчхан (кор. 평창군?, 平昌郡?평창군?, 平昌郡?, Пхенчхан-гун) — Корея Республикаһы Канвондо провинцияһының өйәҙе.

Административ үҙәге — Пхёнчхан өйәҙ ҡалаһы. Территорияһының майҙаны буйынса илдә өсөнсө өйәҙ булып тора.

Баш ҡалаһы Сеулдан көнбайышҡа табан 180 км тирәһе алыҫлыҡта, Тхэбэксан тауҙарында урынлашҡан.

Пхёнчхан ике тапҡыр — 2010 һәм 2014 йылдарҙа Ҡышҡы Олимпия уйындары үткәреүгә кандидат булған.

2011 йылдың 6 июлендә Дурбанда (КАР) Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты Жак Рогге 2018 йылдың XXIII Ҡышҡы Олимпия уйындары Пхёнчханда үтәсәк, тип белдерә.[1]

2013 йылдың ғинуарында ҡалала Махсус Бөтә донъя Ҡышҡы Олимпия уйындары асылған (аҡыл буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн)[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Когурё ваҡытында хәҙерге Пхёнчхан урынында Уко (хён) округы урынлашҡан, һуңынан ул, Силла Берләшмәһе дәүерендә, Пэго исеменә үҙгәртелә. Ҡабығы дәүерендә, 1387 йылда округ өйәҙе (гун йәки кун) статусын һәм хәҙерге исемен ала. Бынан һуң, ҡалаға округ статусы бирелә, әммә бында Корея короле ҡатыны — вана Мокчо тыуып йәшәүе арҡаһында, 1392 йылда Пхёнчхан яңынан өйәҙ булып китә.

Пхёнчхан үх тарихында бер нисә тапҡыр сиктәрен алмаштыра, һуңғы тапҡыр үҙгәртелеү 1996 йылда була.

Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Олимпия уйындары (ҡала-кандидат)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пхёнчхан Көньяҡ Кореянан XXII ҡышҡы Олимпия уйындары үткәреүгә ҡала-кандидат була. Был — Пхёнчхандың Ҡышҡы Олимпиаданың баш ҡалаһы булыу өсөн икенсе ынтылышы (2010 йылдан һуң).

22 июнь 2006 йылда кандидаттар һаны өсәүгә тиклем ҡыҫҡартыла: Пхёнчхандан тыш, тауыш биреү финалына Зальцбург (Австрия) һәм Сочи (Рәсәй) ҡалалары сыға[3] 2007 йылдың 4 июлендә тауыш биреүҙең һуңғы раундында Зальцбург төшөп ҡалғандан һуң, Пхёнчхан Сочиға 4 тауышҡа ғына еңелә.

Быға тиклем Пхёнчхан 2010 йылғы Ҡышҡы Олимпиадаһының баш ҡалаһы булырға тырыша. Тауыш биреүҙең беренсе этабында ул, 51 тауыш йыйып, еңеүсе була (Канаданың Ванкувер — 40 тауышына ҡаршы һәм Австрияның Зальцбургына — 16), әммә 53-56 иҫәбе менән финалда еңелә. Был — 2000 йылғы Олимпиаданы үткәреүгә тауыш биреүҙә Сидней Пекинды 2 тауышҡа уҙып китеүенән һуң, иң драматик тауыш биреү була.

Пхёнчханда Олимпиада үткәреү ынтылыштары уңышһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, властар олимпия объекттарын төҙөүҙе туҡтатмайынса, яңынан 2018 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарын үткәреү ҡала-кандидаттарын һайлауында ҡатнаша[4]. Ҡунаҡханалар, яңы сыңғы «Альпензия» курортын төҙөү башлана. 2010 йылғы заявкаға әҙерләнгән «Хыял программаһы» (ингл. Dream ProgramDream Program) дауам ителә[5]

2018 ҡышҡы олимпия уйындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өсөнсө ынтылыштан һуң, Пхёнчханға Ҡышҡы Олимпианың баш ҡалаһы булыуына өлгәшә. 2011 йылдың 6 июлендә Көньяҡ Африкала Дурбанда Халыҡ-ара олимпия комитеты (МОК) сессияһы барышында 2018 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарын Көньяҡ Корея ҡалаһында үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Пхёнчхан, шулай уҡ Олимпиада үткәреүгә дәғүә иткән немец Мюнхен һәм француз Анси ҡалаларын артта ҡалдыра. Беренсе турҙа уҡ, 2018 йыл Уйындарҙың баш ҡалаһы итеп күпселек тауыш менән Корея билдәләнә[6].

Тауыш биреү һөҙөмтәләре
Кандидат Илдә 1 раунд
Пхенчхан Корея Республикаһы флагы Корея Республикаһы 63
Мюнхенда Германия флагы Германия 25
Анси Франция флагы Франция 7

Башҡа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылдың февралендә Пхёнчхан биатлон буйынса Донъя Чемпионаты үтә.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пхёнчхан, Канвондо провинцияһы үҙәгендә, Тхэбэксан тауҙың битләүендә урынлашҡан. Өйәҙ тирәһендә 100-ҙән ашыу 1000 метр бейеклектәге тау сусаҡтары урынлашҡан. Каннын, Чхонсон, Хвенсон, Йонволь һәм Хончхон менән сиктәш.

Туризм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вольджонс будда ҡорамы

Пхёнчхан — күп функциональ тау саңғыһы курорты. Унда «Альпензия» саңғы курорты, «Йонпхён» тау саңғыһы үҙәге, биатлон комплексы һәм «Чунбон» стадионы, трамплиндан һикереү үҙәге, «Пугван Феникс Парк» сноуборд һәм фристайл өсөн парк урынлашҡан. Тиҙҙән сана-бобслей трассаһы буласаҡ. Баш мәҙәни иҫтәлекле урындар — Вольджонс һәм Санвонс Будда монастырҙары.

Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пхёнчхан административ 1 өйәҙ ҡалаға һәм 7 волосҡа бүленә[7]:

Исеме Хангыль Майҙны, км² Халҡы, кеше Эске бүленеш Иҫкәрмәләр
Пхёнчан-ып 평창읍 161,43 9 559 31 ри Бында өйәҙ хөкүмәте урынлашҡан.
Йонпхён-мён 용평면 135,38 3 019 8 ри Ҙур тау саңғыһы курорты.
Митхан-мён 미탄면 109,74 1 981 9 ри
Панним-мён 방림면 120,8 2 453 3 ри
Понпхён-мён 봉평면 217,47 5 273 9 ри
Тэгваллён-мён 대관령면 221,6 6 165 6 ри Бында Пхёнчхан спорт комплексы урынлашҡан.
Тэхва-мён 대화면 166,65 5 942 5 ри
Чинбу-мён 진부면 331,14 10 203 18 ри

Символдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сәскәһе: король Азалияһы.
  • Ағасы: Аҡ шыршы.
  • Ҡошо: мандарин өйрәге.
  • Маскот: Нундунги ҡарбабайы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Каннын
  • Канвондо

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Мюнхен, Анси и Пхенчхан — кандидаты на проведение Игр-2018 (недоступная ссылка — история)
  2. В Пхёнчхане состоялось открытие Специальной Олимпиады
  3. Новости на Olympic.org.  (инг.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 июнь 2012. 30 декабрь 2009 тикшерелгән.
  4. PyeongChang Could Be Third Time Lucky.  (инг.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 июнь 2012. 30 декабрь 2009 тикшерелгән.
  5. PyeongChang Gets into Position for 2018 Olympic Winter Games Bid.  (инг.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 июнь 2012. 30 декабрь 2009 тикшерелгән.
  6. МОК назвал столицу Олимпиады-2018. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 июнь 2012.
  7. Административное деление Пхёнчхана. (ko). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 июнь 2012. 30 декабрь 2009 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]