Лахор

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Лахор
урду لاہور
ингл. Lahore
көн.-пәндж. لہور
Minar-e-Pakistan 2 lahore.JPG
Ил

Пакистан

Провинция

Пәнжәб

Округ

Лахор

Координаталар

31°32′59″ с. ш. 74°20′37″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

X быуат

Майҙаны

1172 км²

Рәсми теле

урду

Халҡы

7 129 629[1] кеше (2010)

Милли состав

пәнжәбтәр, пуштундар, серайҙар

Конфессиональ составы

90% мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+5:30

Телефон коды

+92 42

Рәсми сайт

lahore.gov.pk

Лахор (Яҡын һәм Урта Көнсығыш)
Red pog.svg
Лахор (Пакистан)
Red pog.svg
Пакистан Лахор ещё не имеет позиционной карты.

Лахо́р (урду لاہور, ингл. Lahore, көн.-пәндж. لہور) — ҙурлығы буйынса Пакистанда икенсе ҡала (Карачинан һуң). 2009 йыл баһаламаһына ярашлы, ҡала агломерацияһында 10 миллиондан ашыу кеше йәшәй[2]. Лахор илдең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Рави йылғаһының һул яҡ ярында, Һиндостан менән дәүләт сигенән бер нисә километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3]. Пәнжәб провинцияһының баш ҡалаһы булараҡ, төньяҡ-көнсығыш Пакистандың сәнәғәт, мәҙәниәт һәм транспорт үҙәге булып тора. Туҡыма, аҙыҡ-түлек, химия, металл эшкәртеү сәнәғәте, машиналар эшләү үҫешә. Лахор халыҡ-ара аэропорты эшләй. Университет, үҙәк музей, ҡорал музейы бар[4]. Лахорҙа илдең киноиндустрияһы — «Лолливуд» тупланған.

Барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лахор яҡынса 982 йылға ҡараған «Худуд әл-алам» китабында телгә алына[5]. Урындағы халыҡ ҡаланың нигеҙләүсеһе (һәм эпонимы) итеп Лаваны (герой-алиһә Раманың улы) таный. Ҡалала беренсе булып раджпуттарҙың бхаты ҡәбиләһенең кешеләре йәшәй башлай, улар Рави йылғаһы буйында тәүге балсыҡ ҡәлғәне (качча-кот) төҙөй.

Лахорҙың Птолемейҙа Лабокла атамаһы аҫтында телгә алыныуы мөмкин. Артабан ғәрәп-фарсы географтарында ул Лахавур, Лохавар йәғни Лаханур атамаларын йөрөтә. Һинд сығанаҡтары уны Лавкот йәки Лохкот (Лава ҡәлғәһе) тип атайҙар[6].

Лахор тураһындағы билдәле боронғо пәнжәб мәҡәле ошолай яңғырай: «Кем Лахорҙы күрмәгән, шул тыумаған!»[7][8].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лахор форты — Шахи Кила (хәҙерге ваҡытта Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы итеп танылған) тулыһынса XII быуатта һалынып бөтә. XI быуатта Лахор танылған илбаҫар Мәхмүт Ғәнәүиҙең баш ҡалаһы һәм Ғәзнәүиҙәр дәүләтенең бер өлөшө булып китә. XIII быуатта Лахор Дели солтанлығы составына инә һәм ошонан алып Һинд субконтинентында исламдың рухи үҙәгенә әүерелә.

Лахорҙа тәүге суфый тәриҡәттәренең әүҙем эшмәкәрлеге башлана. Суфый изгеләре Дата Ганджбахш, Мийан Мир һәм Мадхо Лал Хөсәйендең төрбәләре изге урындар тип иҫәпләнә.

1524 йылдан 1752 йылға ҡәҙәр Лахор Бөйөк Моголдар империяһы составында була, һәм Бөйөк Әкбәр һәм Йыһангир хакимлығы осоронда — 1584—1598 йылдарҙа уның баш ҡалаһы булып тора. Бында могол мәҙәниәтенең күп кенә эталон ҡомарҡылары, шул иҫәптән Йыһан шаһтың Мәрйен мәсете, мөһәбәт Падишаһ йәмиғ мәсете, иҫ китмәле биҙәлгән Вәзир хан мәсете һәм Шалимар баҡсалары һаҡланып ҡалған. Могол дәүерендә Лахор ун ике ҡапҡалы бейек ҡала стеналары менән уратып алына, улар өлөшләтә һаҡланып ҡалған һәм ҡаланың айырым архитектура билдәһе булып тора.

Географияһы һәм климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лахор төньяҡ киңлектең 31°15′—31°45′ һәм көнсығыш оҙонлоҡтоң 74°01′—74°39′ араһында урынлашҡан. Төньяҡта һәм көнбайышта Шәйехпур округы, ә көньяҡта Касур округы менән сиктәш. Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә Рави йылғаһы аға.

Ҡала семи-арид климат зонаһында урынлашҡан, уға ямғырлы, оҙайлы һәм ныҡ эҫе йәй, ҡоро һәм йылы ҡыш хас. Майҙа, июндә һәм июлдә температура максималь күрһәткестәргә барып етә (40-48 °C ҡәҙәр барып етеүе мөмкин). 1944 йылдың 30 майында температура максимумы 48,3 °C билдәләнгән[9], ә 1967 йылдың 13 ғинуарында абсолют минимум −1.1 °C күҙәтелгән. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары яҡынса 629 мм тәшкил итә, уларҙың яҡынса 470 мм муссондар осорона тура килә. Муссондар июндең һуңғы аҙнаһынан башлана һәм сентябрь аҙағына тиклем дауам итә. Ҡасанда булһала теркәлгән иң юғары уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 1955 йылда күҙәтелә һәм 1 317,5 мм тәшкил итә.

Лахор климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса максимум, °C 19,8 22,0 27,1 33,9 38,6 40,4 36,1 35,0 35,0 32,9 27,4 21,6 30,8
Уртаса температура, °C 12,8 15,4 20,5 26,8 31,2 33,9 31,5 30,7 29,7 25,6 19,5 14,2 24,3
Уртаса минимум, °C 5,9 8,9 14,0 19,6 23,7 27,4 26,9 26,4 24,4 18,2 11,6 6,8 17,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 23 28 41 19 22 36 202 163 61 12 4 13 629
Сығанаҡ: World Climate

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2008 йыл мәғлүмәттәренә ярашлы ҡала ЭТП-һы 40 млрд. $ тәшкил итә, ә үҫеше — 5,6 %[10].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1998 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ҡала халҡының һаны 6 318 745 кеше тәшкил итә. Баһалама буйынса хәҙерге күрһәткес 10 миллионға етә, был Лахорҙы ҙурлығы буйынса Пакистанда Карачинан һуң икенсе, ә донъяла 38-се урынға ҡуя. Халыҡтың 94 % мосолмандар, 5,8 % — христиандар тәшкил итә; башҡа дин тотоусыларҙың һаны бик бәләкәй[11]. Иң таралған тел — пәнжәб теле, әммә ул Лахорҙа рәсми статусҡа эйә түгел. Халыҡтың бер өлөшө урду телендә һөйләшә, инглиз теле бизнес һәм мәғариф өлкәһендә таралған.

Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаланы Аллам Иҡбал исемендәге халыҡ-ара аэропорты (Allama Iqbal International Airport) хеҙмәтләндерә, ул Лахорҙың үҙәгенән яҡынса 15 км алыслыҡта урынлашҡан. 2009 йыл мәғлүмәттәренә ярашлы, аэропорттың пассажирҙар әйләнеше 3 192 904 кеше тәшкил итә[12], уның 3 терминалы бар. Рейстар Азия һәм Европаның ҙур ҡалаларына башҡарыла, улар араһында Дубай, Әбү Даби, Маскат, Бангкок, Амстердам, Пекин, Токио, Лондон (Хитроу), Копенгаген, Франкфурт, Әр-Рияд һ.б. бар.

Лахорҙа Пакистан тимер юлдарының штаб-фатиры урынлашҡан.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Pakistan: largest cities and towns and statistics of their population World Gazetteer  (инг.) (нем.) (фр.) (исп.)
  2. Laid-back Lahore faces a frightening future, guardian.co.uk, The Observer, UK (March 8, 2009). 20 ноябрь 2010 тикшерелгән.
  3. Лахор // Ҙур совет энциклопедияһы : в 30 т. / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  4. Лахор // Большой Энциклопедический словарь. 2000.
  5. Gibb, 1954
  6. Syad Muhammad Latif. Lahore: History, Architectural Remains and Antiquities. — Lahore, 1994.
  7. Лахор. kailash.ru. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 февраль 2005. 11 май 2015 тикшерелгән.
  8. Лахор: колыбель истории и культуры. Стиль Пакистан (2008). 11 май 2015 тикшерелгән.
  9. QUETTA. Pakmet.com.pk. Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 июль 2011. 15 март 2011 тикшерелгән.
  10. Global city GDP rankings 2008-2025. PricewaterhouseCoopers. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 май 2011. 12 февраль 2010 тикшерелгән.
  11. В Пакистане христианин накрыл собой террориста-смертника при входе в храм. 9 октябрь 2016 тикшерелгән.
  12. Major traffic flows by airport durings the year 2008-09. caapakistan.com.pk. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 март 2014. 11 май 2015 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • H. A. R. Gibb The Encyclopaedia of Islam — 1954. — Б. 597.
  • Bagir M. Lahorè. Past and present — Lahore, 1952.
  • Khan М. W. К. Lahore and its monuments — Karachi, 1963.
  • Suvorova Anna Lahore: Topophilia of Space and Place — Karachi, 2011.

Ҡалып:Города Пакистана