Гибралтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Гибралтар
Gibraltar
Flag of Gibraltar.svg Гибралтар гербы
Флаг Герб
Девиз: «'Nulli Expugnabilis Hosti (лат.) «Дошман беҙҙе ҡыуа алмаҫ»»
Государственный гимн Гибралтар
Location Gibraltar EU.png
Рәсми тел Инглиз
Баш ҡала (Гибралтар)
Эре ҡалалар Гибралтар
Идара итеү төрө конституцион монархия, Британияның диңгеҙ аръяғындағы биләмәләре
Территория
• Бөтәһе

6,5 км²
Халыҡ
• Һаны (2008)
• Халыҡ тығыҙлығы

28 875 чел.
4 290 чел./км²
Валюта Гибралтарский фунт (GIP, код 292)
Интернет-домен .gi[d]
Код ISO GI
Телефон коды +350
Сәғәт бүлкәте 1

Гибралта́р (ингл. Gibraltar [dʒɪˈbrɔːltɚ]) — Пиреней ярымутрауының көньяғында Гибралтар ҡаяһы менән тоташтырып торған муйын менән Бөйөк Британияның диңгеҙ аръяғы биләмәһе.

Урта диңгеҙҙе Атлантик океан менән тоташтырып тороусы Гибралтар боғаҙы мөһим стратегик урын алып тора. НАТО хәрби-диңгеҙ базаһы урынлашҡан.

Бөйөк Британия ағзалығы аша Гибралтар Евросоюз ағзаһы булып тора (1973 йылда Бөйөк Британия Норман һәм Мэн утрауһыҙһыҙ Евросоюз ағзаһы булды). На него не распространяется общая сельскохозяйственная политика ЕС, шенгенские соглашения, также он не является общей таможенной территорией ЕС, поэтому здесь нет НДС[1].

2004 йылдан Гибралтарҙа йәшәүселәр Европа парламентына һайлауҙарҙа ҡатнаша ала. Гибралтар граждандары Бөйөк Британия һәм Евросоюз граждандары булып тора.

Гибралтар Европала ярым ҡырағай маймылдар — маготтар йәшәгән берҙән бер урын. Урындағы ышаныу буйынса, маймылдар йәшәһә, Гибралтар Бөйөк Британияныҡы була.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гибралтар һүҙе испанлаштырылған «Джаб Аль Тарик» (ғәр. جبل طارق‎) тигән ғәрәп һүҙенән алынған, был һүҙ «Тарик тауы» тигәнде аңлата. Был исем Пиреней ярымутрауына һөжүмде етәкләгән ғәрәп полководецы Тарик ибн Зияд хөрмәтенә бирелгән[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Гибралтар һуғышы» картинаһы, 1607 йылдың 25 апреле, Голландия менән «Һиҡһән йыллыҡ һуғыш» энизоды

Гибралтар тарихы (легендар Геркулес бағаналарының береһе) 3000 йылдан артығырак. «Геркулес бағаналары» тигән төшөнсә Платон яҙмаларындала осрай. Финикийлылар һәм карфагендар Гибралтарҙа корабль тора торған урын эшләгәндәр. Рим империяһы осоронда ҡая улар ерҙәренә кергән, империя емерелгәс герман кәбиләләре — вандал һәм готта власы аҫтында ҡалған..

711 йылда вестготтар баҫып алғас Гибралтар улар милеге була. 1462 йылда Реконкиста процессы барышында Испания милегенә күсә. В 1704 йылда, Испан империяһының ахырында Джордж Рук етәкселегндәге инглиз эскадраһы баҫып ала. 1713 йылда Англия һәм Франция Испанияға көсләп таҡҡан тыныслыҡ килешеүе буйынса Гибралтар Бөйөк Британияға күсә. 1727 йылғы инглиз-испан һәм шулай уҡ испан-француз (1779—1783) һуғышы йылдарында испандар крепосты кире алырға тырыша. 1783 йылғы Версаль килешеүе буйынса ҡая Британия биләмәһе булып ҡала.

1830 йылда Гибралтар рәсми рәүештә Бөйөк Британия колонияһы тип иғлан ителә. 1869 йылда Суэц каналы асылғас уның әһәмиәте тағы ла арта, канал Европанан Һиндостанға юлды ике тапҡып ҡыҫҡарта. Ҡаяны ҡул аҫтында тотоу Урта диңгеҙҙә суднолар йөрөшөн контрольдә тоторға мөмкинлек бирә.

1940 йылда Икенсе Бөтә донъя һуғышы башланған йылда каудильо Франсиско Франко хәрби нейтралитет һаҡлап, Һитлерҙың Гибралтарҙы баҫып алырға тигән тәҡдимен кире ҡаға.

1954 йылда, Гибралтарҙы алыуҙың 250 йыллығын билдәләгәндә, колонияға Бөйөк Британия королеваһы Елизавете II килә, был ваҡытта Испания властары үҙ консульлыҡтарын яба һәм Испания һәм Гибралтар араһында йөрөүҙе сикләй.

1964 йылда Гибралтар үҙ еонституцияһын ҡабул итә. 1969 йылда эске тулы үҙидара кереткән яңы конституция ҡабул итә.

60-сы йылдар уртаһында Испанияға ҡушылыу төркөмө («паломос») колонияла протестар компанияһын башлай. Әммә 1967 йылдың 10 сентябрендәге референдумда күпселек гибралтарҙар (12 138, 44-кә ҡаршы) испан суверенитетына күсеүгә ҡаршы тип тауыш бирҙеләр. Испан хөкүмете яуап итеп 1969 йылдың 9 июлендә Испания һәм Гибралтар араһындағы сикте яба, Британия биләмәһенә тулы экономик блокада иғлан итә, телефон һәм телеграф бәйләнеше туҡтатыла, диңгеҙ юлы ябыла, һәм шулай уҡ испандарға Гибралтарҙа эшләү тыйыла. Сәйәси хәл испан диктаторы Франсиско Франко 1975 йылда үлгәс кенә йомшара [1]

Шунан бирле Гибралтарҙың сәйәси статусы тураһында бәхәс бара. 2004 йылда Гибралтарҙа йәшәүселәр беренсе тапҡып Европа парламентына һайлауҙарҙа ҡатнаша.

Гибралтар картаһы

Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C {{{Ғин_ср_макс}}} 17 18 20 23 25 28 29 26 23 19 17 21
Уртаса температура, °C {{{Ғин_ср}}} 14 15 17 19 22 24 25 23 20 17 14 18
Уртаса минимум, °C 10 11 12 13 15 18 20 21 19 17 14 11 15
Яуым-төшөм нормаһы, мм 152 98 106 59 25 4 1 3 23 55 114 127 767
Сығанаҡ: BBC Weather

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Трафальгар зыяраты

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. См. Акт о присоединении Дании, Ирландии и Соединенного Королевства (1972 год) Accession of Denmark, Ireland and the United Kingdom (1972) (Official Journal L 73 of 27 March 1972)
  2. Гибралтар в БСЭ

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]