Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге
الإمارات العربية المتحدةаль-Имара́т аль-Араби́я аль-Муттахи́да
Flag of the United Arab Emirates.svg Герб Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре
Флаг Герб
Девиз: «Аллаһ, Милләт, Президент»
Государственный гимн Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре
United Arab Emirates (orthographic projection).svg
Дата независимости 2 декабрь 1971 (от Бөйөк Британиянан)
Официальный язык ғәрәп
Столица Абу-Даби
Форма правления Федератив монархия
Президент

Вице-президент,

{{{Руководители}}}
Госрелигия ислам сөнниселәр
Территория
• Всего
• % водной поверхн.
116-я в мире
83 600 км²
0
Халыҡ
• Оценка (2012)
• Перепись (2005)
Плотность

5.0 млн чел. (119-е)
4-авг чел.
99 чел./км² (110-я)
ВВП (ППС)
  • Итого (2012)
  • На душу населения

271,1 млрд.United Arab Emirates. International Monetary Fund. долл. (49-й)
50 549,584 долл. (6-й)
ВВП (номинал)
  • Итого (2012)
  • На душу населения

384,196 млрд. долл. (30-й)
71 637,554 долл. (5-й)
ИЧР (2011) 0,846 United Nations. 2010 (бик юғары) (30-е место)
Валюта БҒӘ дирхамы (AED, код 784)
Интернет-домен .ae һәм امارات.[d]
Код ISO AE
Код МОК UAE
Телефонный код +971
Часовые пояса 4

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре (ғәр. الإمارات العربية المتحدة‎ — әл-Имарат әл-Арабия әл-Муттахида) — ете әмирлектән (ғәр. إمارات‎ — имарат, إمارة‎ — имара) торған федератив дәүләт. Һәр әмирлек абсолют монархия төҙөлөшөндәге дәүләт: Әбү-Даби, Ғәжмән, Дубай, Рас-әл-Хайма, Умм-әл-Кайвайн, Фүжәйрә һәм Шаржа. Һанап үтелгән әмирлектәрҙең ҡайһы бере кәрлә дәуләт тигән төшөнсәгә тура килә. Иң ҙур әмирлек Әбу-Дабиҙың әмире Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең президенты булып тора. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһы — Әбү-Даби ҡалаһы.

Һәр әмирлек үҙ биләмәһендәге углеводородтарҙы үҙ мәнфәғәтендә файҙалана ала, шуға күрә иң эре һәм бай Әбү-Даби әмирлегенең йоғонтоһо ҙур. Нефть запасының күләменә ярашлы, һәр әмирлек дөйөм сәйәсәтте билдәләүҙә ҡатнаша. Мәҫәлән, Дубай әмире Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең хөкүмәт башлығы булып тора.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Азияның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Ғәрәп ярымутрауының көнсығышында урынлашҡан. Көнбайыштан — Сәғүд Ғәрәбстаны, көньяҡ-көнсығыштан Оман менән сиктәш.

Халҡы 8.5 млн кеше, күпселеге (70 % яҡын) көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш Азиянан килгән эшселәр. Ерле халҡын нигеҙҙә сөнни мосолмандар тәшкил итә.

Ҙур нефть ятҡылыҡтары бар, нефть экспортлау эске тулайым продукттың байтаҡ өлөшөн алып тора (1980 йылда 73 %, 1995 йылда 41 %[1]). Иҡтисадтың нефть менән бәйле булмаған тармаҡтарын да үҫтереү һөҙөмтәһендә ЭТП-ла нефть тармағының өлөшө 2009—2013 йылдарҙа 40%-тан түбән була.[2]

1967 йылдан Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһы ағзаһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]