Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Википедия — һәр кем яҙа алған ирекле онлайн энциклопедия.
Хәҙер башҡорт телендә 39 399 мәҡәлә бар.
Һайланған мәҡәлә
Me, Iraqi war tank.jpg

Иран-Ираҡ һуғышы — Ираҡ менән Иран араһындағы 1980—1988 йылдарҙағы хәрби бәрелеш.

Һуғыш 1980 йылдың 22 сентябрендә Ираҡ армияһының Иран провинцияһы Хузестанға баҫып инеүенән башлана. Ираҡ армияһының уңышлы һөжүме тиҙ арала ныҡышмалы ҡаршылыҡҡа осрай һәм бер аҙҙан туҡтатыла. 1982 йылдың йәйенә Иран Ираҡ тарафынан баҫып алынған территорияларын кире ҡайтара, һәм шунан башлап яҡтар берен-бере көсһөҙләндереү һуғышына күсә. 1988 йылдың 20 авгусында ҡул ҡуйылған тыныслыҡ килешеүенән һуң низағ тамамлана һәм һуғышҡа тиклемге хәл-торош тергеҙелә.

Дауамлылығы, йәлеп ителгән ресурстары, кеше ҡорбаны буйынса, Иран-Ираҡ һуғышы Икенсе донъя һуғышынан һуңғы иң ҙур хәрби бәрелеш була. Уның барышында химик ҡорал әүҙем ҡулланыла.

Тигр һәм Евфрат йылғалары ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән Шатт-әл-Ғәрәп (фарсыса варианты — Арвандруд) йылғаһы буйында бай нефть ятҡылығы бар. Йылғаның көнсығыш яры — Ирандыҡы, көнбайышы Ираҡтыҡы була. XX быуат дауамында Ираҡ Ирандың ике ҙур порты — Абадан һәм Һүррәмшәһр урынлашҡан көнсығыш ярына дәғүә итә. Иран, тальвег (үҙән төбө) принцибына ярашлы, сиктәр йылға ағымы уртаһынан үткәрелергә тейеш, тип ныҡыша.

1937 йылда илдәр араһындағы сик йылғаның һул (Иран) яры буйлап үтәсәге тураһында ике арала килешеүгә ҡул ҡуйылған була. 1969 йылдың 19 апрелендә Иран, Ираҡтағы эске сәйәси тотороҡһоҙлоҡтан файҙаланып, килешеүҙән сыға. 1975 йылдың 6 мартында Алжирҙа ОПЕК Нефть экспортлаусы илдәр конференцияһында Иран шаһы Мөхәммәт Риза Пәхләүи һәм Ираҡ вице-президенты Сәддам Хөсәйен Шатт-әл-Ғәрәп йылғаһы ағымы уртаһы буйлап сик үткәреү тураһында килешеүгә ҡул ҡуя, шул уҡ ваҡытта 1937 йылғы килешеү тулыһынса ғәмәлдән сығарыла.

Сиктәр буйынса билдәһеҙлектән тыш, ике аралағы мөнәсәбәттәр бер-береһенең хөкүмәткә ҡаршы көстәренә ярҙам итеүҙәре арҡаһында ла ҡатмарлаша: Ираҡ Хузестандағы сепаратизмға ыңғай ҡарай, Иран Ираҡ территорияһында эш иткән ҡурд һуғышмандарын хуплай.

1975 йылдың 13 июнендә илдәр араһында сиктәр һәм дуҫтарса мөнәсәбәт тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Килешеү буйынса Иран бер нисә бәхәсле районды Ираҡҡа ҡалдыра, ә Ираҡ үҙенең 518 км² майҙанлы территорияһын Иранға тапшыра.

↪ дауамы…

Исемлек (95) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
HA 20.jpg

Балыҡтар  — хайуандар донъяһының айырым класы; айғолаҡ аша һыуҙа эрегән кислород менән һулыш алыусы умыртҡалыларҙың ҙур төркөмө; йөҙгөстәр ярҙамында хәрәкәт итәләр. Һалҡын ҡанлы һыу хайуандары.

Балыҡтар тоҙло һәм сөсө һыуҙарҙа, тау шишмәләренән алып океан тәрәнлектәренә тиклем тереклек итә.

Балыҡтар һыу экосистемаһында аҙыҡ сылбыры булараҡ ҙур роль уйнай, шулай уҡ кеше өсөн аҙыҡ булып тора. Балыҡтарҙың ҙурлығы 7,9 мм-ҙан алып (Paedocypris progenetica) 13,7 м-ға тиклем (кит акулаһы).

Донъяла 25 000—31 000 балыҡ төрө барлығы билдәле. Рәсәйҙә 3000 төрө тереклек итә, шул иҫәптән 280 сөсө һыу балығы.

Зоологияның балыҡтарҙы өйрәнә торған фәне ихтиология тип атала.

Төҙөлөшө, туҡланыуы, үрсеүе һәм йәшәү реүеше буйынса 2 класҡа: кимерсәклеләргә һәм һөйәклеләргә буленә.

Күпселек кимерсәкле балыҡтар диңгеҙҙәрҙә йәшәй, айырым төрҙәре генә сөсө һыуҙа осрай.

Хәҙер йәшәгән кимерсәкле балыҡтарҙың төҙөлөшөндә ҡайһы бер боронғо билдәлер: кимерсәкле һөлдә; йөҙөү ҡыуығы юҡ; айғолаҡ ҡапҡастары юҡ, шуға ла, айғолаҡ тишектәре (5-7) тыштан күренеп тора; башының аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан арҡыры ауыҙ тишеге һәм башҡалар һакланған.

Был төркөмгә акулалар һәм скаттар инә.

↪ д а у а м ы…

Исемлек (93) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (11) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Тау башында шау сәскә

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Бөгөн: 23 июль

Башҡа ваҡиғалар |Үҙгәртеү | 24 июль

23 июль юбилярҙары *

Үҙгәртеү | 24 июль
* Башҡортостан Республикаһының милли архивы мәғлүмәте буйынса

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Billetes en euros.jpg
  • Евро валютаһы банкноттары дизайнын австрия рәссамы Роберт Калина уйлап тапҡан. Артабан ул Босния һәм Герцеговина маркаһы, Сүриә фунты (2010 йылдағы модификация), Әзербайжан манаты банкноттары дизайнын тәҡдим итә.
  • Ҡарман ДРЭС-ы эргәһендә балыҡсылыҡ хужалығында йылына 700 кг бикре ыуылдырығы етештерелә.
  • «Көтөлмәгәнлек тик яҡшы әҙәбиәттә булмай, ә Тормош мәғәнәһеҙ ваҡиғалар менән тулы». Ремарк Эрих Мария, Триумф аркаһы (1945).
  • Java телендә яҙылған программалар виртуаль Java-машина (JVM) башҡара торған байт-кодҡа «тәржемә» ителә. Java-машина — интерпретатор кебе, бай-кодты эшкәртеп, инструкцияларҙы компьютерға тапшыра. Программаларҙың бындай юл менән эшләүе байт-кодтың компьютер архитектураһынан һәм операцион системала бәйһеҙлеген килтерә. Шуның өсөн Java-Java программа-машина булған барлыҡ йыһаздарҙа ла башҡарыла ала.
  • Хәҙерге әзербайжан әлифбаһы төрөк әлифбаһы нигеҙендә төҙөлгән. Ул 32 хәрәфтән тора. Шул иҫәптән 29 хәреф төрөк әлифбаһынан, 3 хәреф телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Х Х, Q q хәрефтәре.

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә


Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Өмә
    * Һайланған мәҡәләләргә кандидаттар | Яҡшы мәҡәләгә кандидаттар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим