Албандар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Албандар
Gjergj Kastrioti.jpg Mehmedpasha.jpg ModernEgypt, Muhammad Ali by Auguste Couder, BAP 17996.jpg Ismail Qemali.jpg
Скандербег Кёпрюлю Мәхмәт паша Мөхәммәт Али Мысырлы Исмәғил Кемали
Abdyl be Frasheri.jpg Naim Frasheri.jpg Francesco Crispi.jpg Gjergj Fishta 1932.JPG
Әбдүл Фрашери Наим Фрашери Франческо Криспи Гергь Фишта
93x93px Kingzog.jpg HODŽA druhá míza.jpg
Феофан Ноли Александр Моисси Әхмәт Зогу Әнүәр Ходжа
Mother Teresa.jpg Ferid Murad.jpg Kara DioGuardi.jpg JamesBelushi 140x190.jpg
Тереза Инә Фәрит Морат Кара Диогуарди Джеймс Белуши
Үҙ атамаһы

Shqiptarët

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 8 миллион 300 мең
Flag of Albania.svgАлбания:
  3 038 789 (2008)

Flag of Kosovo.svgКосово Республикаһы / Flag of Serbia.svgСербия (Косово һәм Метохия автономиялы краей менән)[~ 1]:
  1 571 503 (2007)

Flag of Turkey.svgТөркиә:
   ~ 1 245 730 (2009)

Flag of Macedonia.svgМакедония Республикаһы:
  509 083 (2006)

Flag of Italy.svgИталия:
  501 949 (2007)

Flag of Greece.svgГреция:
  481 663

Flag of Germany.svgГермания:
  250 000

Flag of Switzerland.svgШвейцария:
  200 000

Flag of the United States.svgАҠШ:
  114 000 (2008)

Flag of the Netherlands.svgНидерланд:
  105 000

Flag of Montenegro.svgЧерногория:
  45 163 (2007)

Flag of Sweden.svgШвеция:
  45 000

Flag of the United Kingdom.svgБөйөк Британия:
  35 082

Flag of France.svgФранция:
  25 815

Flag of Serbia.svgСербия (Косово һәм Метохиянан башҡа):
  около 5 809 (2011)

Тел

Албан теле

Дин

Күпселеге мосолман (сөнниҙәр, суфый орденына бекташтар ҡарай)
әҙселеге христиан (католиктар һәм православныйҙар)

Этник төркөм

гегтар, тосктар, арберештар, арнауттар

Ҡалып:Индоевропейцы

Албандар (алб. shqiptarët; шулай уҡ ҡара: арнауттар) — балкан халҡы,  Албанияның, шулай уҡ өлөшләтә танылған  Косово дәүләтенең һәм Греция составындағы төньяҡ Эпирҙың төп халҡы. Шулай уҡ Македония, Сербияның көнбайыш райондарында һәм башҡа илдәрҙә йәшәйҙәр. 

Дөйөм һаны: 8 миллион самаһы кеше. Өс конфессияға инеүселәр һанына төрлө баһа бирелә. XX быуат башында христиандар менән мосолмандар нисбәте бер сама була (47 процент католиктар менән  православныйҙар һәм  53 процент мосолмандар[1]). Һуңғы осор сығанаҡтарына ингән CIA World Factbook баһаһына ҡарағанда, төп диндәр нисбәте түбәндәгесә: мосолмандар — 56.7 процент, католиктар — 10 процент, православныйҙар — 6.8 процент[2][3]. Әммә, Пью Рисёрч Сентер мәғлүмәттәре буйынса, 2009 йылда Албанияла мосолмандар 79,9 процент тәшкил иткән[4]. Шул уҡ ваҡытта, донъя христиан энциклопедияһы мәғлүмәттәре буйынса, шул уҡ 2009 йылда мосолмандар 38 процент ҡына, ә христандар 36 процент булған[5]. АҠШ Дәүләт департаменты билдәләүенсә, дини тормошта һәм ғибәҙәтханаларҙағы йола хеҙмәттәрендә ҡатнашҡан кешеләрҙең рейтингы 25—40 процент эсендә тирбәлә[6]. Дини төркөмдәр нисбәтенә Әнүәр Ходжа осоронда Албанияла атеизм пропагандаланыуы йоғонто яһағандыр, тип фараз ителә.

Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Албания» һәм «албандар» тигән атамаларҙың килеп сығышы асыҡланмаған, ул төрлө сығанаҡтарҙа  II быуаттан башлап телгә алына һәм этимологтарҙың күпселеге тарафынан  *alb- 'тау'  тигән һинд-европа һүҙе йәки  лат. albus 'аҡ' һүҙе менән бәйләнә. Хәҙерге үҙ атамалары —  shqip-  'аңлайышлы һөйләүсе' тигәндән алынған. Грецияла грекса 'тупаҫ, ҡырағай' тигән һүҙгә бәйләгән халыҡ этимологияһы бар. Шулай уҡ иллирийса «olba» — «ауыл»  грек. αλβανος, αρβανιτης тигән һүҙгә бәйләгән фараз да йәшәй.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегенә ҡарағанда, албандар — боронғо пеласгтарҙың тура вариҫтары, мең йылдар эсендә булған үҙгәрештәр менән бергә пеласгтарҙың телен дә һаҡлағандар.[7].

Албандарҙың этногенезы бик ҡатмарлы һәм буталсыҡ, фәндең әлеге үҫеш баҫҡысында (митохондриялар  ДНК-һын тикшереп булмауы сәбәпле) халыҡтың этногенезы тураһындағы бөтә теориялар ирекле фараз булып ҡына ҡала килә.  Болгар батшалығы һәм Византия империяһының һаҡланып ҡалған документтарынан күренеүенсә, албандарҙың әлеге дәүләт биләмәләре сиктәрендә телгә алыныуы Х быуатҡа ҡарай.  Ул осорҙа  Төньяҡ Албаниялағы Мирдита, Дукагини, Малиссия тауҙары тирәһендә йәшәгәндәр.  Был төбәктә әле албан топонимдары славян топонимдарынан күпкә йыш осрай.  

XII—XIV быуаттарҙа албандар төньяҡтағы тауҙарҙан үҙәндәргә һәм көньяҡҡа күсә, быға тиклем романлашҡан иллирийҙарҙы йота Гректар, славяндар, романлашҡан македондар, сарматтар һәм венеттар (һуңғыларынан  аромундар хасил булған) төйәкләнгән Албанияның көньяғында тел албандарҙың һиҙелерлек генетик йоғонтоһонан тыш тарала. XVI быуатҡа  штиптарҙарҙың хәҙерге Албанияның төньяғында славяндарҙы һәм  романлашҡан халыҡтарҙы йотоуы,  ә  XVII быуат аҙағына көньяҡтағы Лаберия менән Тоскияла «штиптар» (тоск варианты) теленең таралыу процесы тамамлана. Ҡалып:Нет АИ 2

Һуңғыраҡ осорҙарҙағы  славян, төрөк һәм  грек йоғонтоһо ла бар, ләкин ул башлыса локаль генетик йә мәҙәни төҫтә була.

Ғосман дәүере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIV—XV быуаттарҙа албандар Георгий Кастриоти етәкселегендә байтаҡ ҡаршылыҡ күрһәткәндән һуң төрөк хакимлығы  аҫтына эләгә. Был осорҙа албандарҙың күп өлөшө ислам ҡабул итә.  Албандар араһында  Ғосман империяһы хакимиәтендә ҙур ғына урын биләгәндәре була, империяның бер нисә вәзире албан була. Шул уҡ ваҡытта православный албандар (шулай уҡ Али паша Тепеленский кеүек мосолман лидерҙары) XVII—XIX быуаттарҙа төрөктәргә ҡаршы көрәштә ҡатнаша. Албандарҙың дәүләтселеге 1912 йылда Беренсе балкан һуғышынан һуң тергеҙелә. Шул уҡ осорҙа, Ғосман империяһы тарҡалған саҡта,  Югославияла (Македония, Косово һәм Метохия) албандар әҙселектә тороп ҡала.

1940—1980-се йылдарҙа Албанияла Әнүәр Ходжаның сталинсы режимы хакимлыҡ итә. 1980-се йылдарҙың икенсе яртыһында  бик түбән йәшәү кимәленә эйә булған Албания сиктәрҙе аса. Бының һөҙөмәтһендә албандар  Греция менән Италияға күпләп күсенә башлана. 

1990-сы йылдарҙа албандар Сербияның  Косово һәм Метохия крайында  (1999 йылда  НАТО ғәскәрҙәре ярҙамында ул  Сербиянан бойондороҡһоҙлоҡ яулай; ХХ быуаттың беренсе яртыһында уҡ албандар унда халыҡтың күпселеген тәшкил иткән була) һәм Македонияның ҡайһы бер райондарында үҙ дәүләтселеген булдырыу планы тураһында белдерә.

Таралып ултырыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге ваҡытта албандар менән сербтар, албандар менән македондар, албандар менән гректар араһында этник конфликттар барғанлыҡтан албандарҙың таралып ултырыу мәсьәләһе бәхәсле булып ҡала. 

1270—1280-се йылдарҙа албан халҡы Диррахий ҡалаһы эргәһендәге үҙәнгә күпләп төшә башлай. Император Иоанн Кантакузиндың  хәбәренән күренеүенсә,  албандар тотош общиналары менән, ҡатын-ҡыҙҙарын, балаларын һәм мал-тыуарын эйәртеп күсенгән. 

Албандар Македонияға өс юл менән күсенгән: Дукаджини (төньяҡ) юлы Полог аша Скопье һәм Кумановоға алып килгән. Малисор юлы Охридтан Пеларгония менән Повардарьеға килтергән. Тоск (көньяҡ) юлы Преспанан Леринға илткән. 

XIV быуатта албандар һәм валахтар Калканделен һәм Скопье тирәһендә телгә алына.

Душан грамотаһында (1334/1335) Прилеп эргәһендәге Арбанаси ауылы телгә алына һәм районда влахтар ҙа, католик албандар ҙа йәшәүе билдәләнә.

Ахелой эргәһендә Никифор II Ангелды еңгәндән һуң  (1359)  албандар Этолия менән Акарнанияға (улар Кесе Валахия тип тә йөрөтөлә) төйәкләнә. 

XV быуатҡа албандар Калканделен вилайәтендә, Манастир нахияһында, Филорина нахияһында һәм Пирлип вилайәтендә күпләп теркәлгән. Георгий Кастриотиҙың Италияға хәрби экспедицияһынан һуң  албандарҙың Апулияны колониялаштырыуы башлана. Фараздарҙың береһенә ярашлы, албандарҙың тәүватаны әлеге сиктәрендәге Албания ла, Кавказ Албанияһы ла (Алванк) түгел, ә романлашмаған дак ҡәбиләләре һаҡланған Дакияның көнбайышында булған. Бының дәлилдәре: албан теленең дак һөйләштәре һәм хәҙерге румын теленең көнбайыш Валахиялағы ҡайһы бер диалекттары менән фонетик яҡынлығы, диңгеҙ терминологияһына ҡараған  һүҙҙәрҙең юҡлығы (ошо сәбәпле албандарҙың Кавказдан килгәнлеге шик аҫтына алына, юғиһә улар, мотлаҡ Ҡара диңгеҙ буйынан хәрәкәт итеп, әҙме-күпме диңгеҙ буйы төбәктәрендә тотҡарланыр ине).

Этнографик төркөмдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәш албан. Луиза Дюпреның аквареле (1819).

Албандар тел һәм ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса ике төп төркөмгә бүленә:

XIII—XVI  быуаттар араһында Балкандағы ҡыҙыу сәйәси ваҡиғалар арҡаһында (иң мөһимдәре — тәре йөрөштәре, Византия империяһының көсһөҙләнеүе һәм Ғосман империяһының көс йыйыуы) албан этносынан ике эре  субэтник эксклав төркөм айырыла, яйлап улар үҙаллы халыҡтар  булып формалаша һәм әлеге ваҡытта уларҙың тарихи ватандары менән бәйләнештәре бик йомшаҡ. Уларға түбәндәгеләр инә:

  • Арнауттар  (арваниттар) — Греция Республикаһының (Пелопоннес, Аттика, Беотия, Афина, Эвбея, Андрос утрауҙары һ. б.)  православный  албандары. Туған телдәре — арнаут теле, уға эллинлашыу ныҡ ҡағылған.
  • Арберештар — католик албандар, йәшәгән төп төбәктәре — Көньяҡ Италия һәм Сицилия. Итальянлашыуға ныҡ бирелгәндәр. 

Албандарҙың гаплотөркөмдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011 йылға ҡарата[8]
Гаплотөркөмдәр Гегтар (Gheg) —

 төньяҡ албандар, % 

Тосктар  (Tosk) —

 көньяҡ албандар, % 

 Уртаса мәғлүмәттәр, % 
 E1b1b1 (M35)  41,21 28,10 34,66
J2 (M172) 23,03 16,53 19,78
R1 (M173) 21,21 19,01 20,11
I (M170) 9,09 25,62 17,36
G (M201) 1,21 3,31 2,26
K (M9, xP) 1,21 3,31 2,26
J1 (M267) 1,82 1,65 1,73
H1 (M52) 0,61 2,48 1,54
E (xE1b1b1) 0,61 0,00 0,30

Албандар кинола[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Великий воин Албании Скандербег (1953)
  • Плутовство (1997)
  • Осиное гнездо (фильм) (2002)
  • Заложница / Taken (2008)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Комментарийҙар
  1. Сербия Конституцияһына ярашлы, Косово төбәге автономиялы край булараҡ Сербия составына инә. Ғәмәлдә Косово Республикаһы өлөшләтә танылған дәүләт булып тора, территорияһы Сербия контроленә инмәй.
Сығанаҡтар
  1. E. Barbarich, Albanie, Enrico Voghera ed., Rome, 1905
  2. CIA.
  3. 2009 CIA World Factbook ALBANIA (July 2014).
  4. Mapping the Global Muslim Population: A Report on the Size and Distribution of the World’s Muslim Population (PDF). Пью Рисёрч Сентер (October 2009). Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 февраль 2012. 16 февраль 2011 тикшерелгән.
  5. p 51 World Christian Encyclopedia — Oxford University Press, 2001. — ISBN 978-0-19-507963-0.
  6. State.gov, Freedom of Religion 2007
  7. Албанцы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  8. [Ferri G., Tofanelli S., Alù M., Taglioli L., Radheshi E., Corradini B., Paoli G., Capelli C., Beduschi G. (2010), 'Y-STR variation in Albanian populations: implications on the match probabilities and the genetic legacy of the minority claiming an Egyptian descent', International Journal of Legal Medicine Албанцы E1b1b1 (M35)]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]